Пирей — Википедия Эстәлеккә күсергә

Пирей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пирей
грек. Πειραιάς
бор. грек. Πειραιεύς
Рәсем
Дәүләт  Греция[1]
Административ үҙәге Пирей[d], Эгейские острова[d] һәм Пирей[d]
Административ-территориаль берәмек Пирей[d]
Хөкүмәт башлығы Яннис Моралис[d]
Халыҡ һаны 168 151 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2 метр
Туғандаш ҡала Шанхай, Варна, Балтимор[d], Вустер[d], Галац[d], Марсель, Вильнюс[3], Санкт-Петербург[4], Батуми[5], Росарио[d][6][7], Одесса[8], Острава һәм Мариуполь ҡалаһы
Сиктәш Никея[d]
Майҙан 10,865 км²
Почта индексы 185 00–185 99
Рәсми сайт piraeus.gov.gr
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Изге ҡурсалаусы Спиридон Тримифунтский[d]
Урындағы телефон коды 210
Номер тамғаһы коды BE, BZ, YI, YK, YM, YN, ZN һәм ZP
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Piraeus[d]
Карта
 Пирей Викимилектә

Пирей[9][10] (бор.грек. Πειραιεύς[11] ή Πειραιάς) — Грецияның ҙурлығы буйынса өсөнсө урында торған ҡалаһы, Эгей диңгеҙе Сароникос ҡултығының көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Тимер юл төйөнө: Пирей — Афины — Салоники (грек)баш. һәм Пирей — Афины — Коринф — Патры (инг.)баш.. Пирей порты — Грецияның тышҡы сауҙа порты (уның аша илдең яҡынса 50 % йөгө үтә, тышҡы сауҙа; әйләнеше 2007 йылда 20 млн тонна тәшкил иткән), Афинаның аванпорты. Грецияның эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәге. Интенсив торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө арҡаһында Пирей Оло Афина составына инә[12]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 2 метрҙа урынлашҡан, Афинаның үҙәгенән көньяҡ-көнбайышта 8 километрҙа тора. Шул исемдәге общинаның һәм Аттика периферияһындағы периферия берәмегенең үҙәге. Халыҡ һаны — 163688 кеше (2011 йыл иҫәбе буйынса).

Ҡалала. Археологический музей Пирея[en].

Боронғо Афина
Пирей арыҫланы — скульптура күсермәһе, гаванға игән ерҙә ҡуйылған.
Шартлаған Британия пароходы киҫәге. 1941 йылда немец авиацияһы Пирейҙы бомбаға тотҡан саҡта Изге Спиридон сиркәүе янындағы скверҙағы ағасҡа бәреп инеп ҡыҫылып ҡалған

.

Б. э. тиклемге 86 йылда Рим полководецы Пирей Луций Корнелий Сулла тарафынан емерелгән. ;;Ғосман хакимлығы ваҡытында (XV—XIX бб.) Пирей исеме бөтөнләй юҡҡа сыҡан. Грек революцияһынан һуң һәм Грецияның бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы 1830 йылдағы Лондон протоколынан һуң, Пирей порт һәм сәнәғәт үҙәкге булараҡ үҫә башлай. 1835 йылда немец архитекторы Эдуарда Шауберта[en] планы буйынса Пирейҙа антик яңыртыу башлана.

1869 йылда Грецияла беренсе Пирей тимер линияһы Пирей — Тисион (инг.)баш. барлыҡҡа килә. Ул Пирейҙы Афина менән тоташтыра[11], асылды «Пирей» станцияһы асыла.

Пирейҙа 1918 йылдың ноябрендә Греция Коммунистар партияһы ойоштороу съезы үтә[12].

1938 йылда Пирей университетына, илдең артабан иң алдынғы юғары уҡыу йортона, нигеҙ һалына, бында иҡтисад өлкәһендә, бизнес-информацион технологиялар һәм менеджмент өлкәһендә белгестәр әҙерләнә.

Икенсе донъя һуғышында (1939—1945) Пирей ныҡ емерелә[12].

1982 йылда «Европа — Яҡын Көнсығышта» паромлы кисеү сафҡа индерелә, ул Пирей менән Сириялағы Латакияны Урта диңгеҙ аша тоташтыра. Хәҙер Пирей Афина менән бөтөнләй тиерлек ҡушылған, унан Афинаға Афина метроһы буйынса барырға мөмкин.

Паром Blue Star Paros (грек)баш. . Пирей портында
Пирей порты

Ҡала иҡтисадының төп өлөшө булып суднолар хәрәкәте тора. Пирей — донъя караптары хәрәкәте үҙәктәренең береһе.

Пирейҙа бөтә донъя IACS (МАКАР) диңгеҙ йәмғиәтенең төп классификациялары тора, шул иҫәптән Рәсәй диңгеҙ судно хәрәкәте реестры ла.

Шулай уҡ Пирей Эгей архипелагы уртауҙарына һәм Урта диңгеҙҙең Яҡын Көнсығыш илдәренә алып барыусы пассажирҙар һәм автомобиль паром линияларының төп төйөнө булып тора.

Портҡа йыл әйләнәһенә эре круиз лайнерҙары инә, ә ҡайһы бер сәйәхәт «круиздары» өсөн порт башланғыс база булып тора.

Пирейҙа караптар төҙөү һәм ремонтлау предприятиелары бар[12].

Пирейҙа Изге Николай сиркәүе.

Порттан тыш Пирейҙа 1970-се йылдарҙа металлургия, машиналар эшләү, химия, цемент, аҙыҡ-түлек һәм тәмәке, быяла һәм ҡағыҙ сәнәғәте, алюмин һәм керамик изделиелар сығарыу, төҙөлөш материалдары, келәм һәм ҡанат сэшләү предприятиелары эшләй, шулай уҡ ТЭС эшләй[12].

Пирей ҡалаһында Афина метрополитенының «Пирей» станцияһы, шулай уҡ тимер юл вокзалы бар. Ҡала эсендә һәм Грецияның башҡа ҡалаларына Пирейҙан автобустар йөрөй.

Пирей —Грецияла иң ҙур ҡалаларҙың береһе, ундағы халыҡ һаны -163688 кеше (2011 йылда алынған мәғлүмәттәр буйынса). Тығыҙлығы — 15065,62 кеше/км².

Йыл Халыҡ, кеше
Пирей ҡалаһы Пирей периферияһы берәмеге
1835 300
1836 1011
1840 2033
1845 4247
1848 5279[13]
1849 5328[13]
1850 5286[13]
1851 5247[13]
1852 5252[13]
1853 5472[13]
1854 5354[13]
1855 5389[13]
1856 6057[13]
1861 6452[13]
1870 11 047[13]
1879 21 618[13]
1889 34 569[13]
1896 51 020[13]
1907 74 580[13]
1920 133 482[13]
1928 251 659
1940 205 404
1951 186 088
1961 183 957
1971 187 458 439 138
1981 196 389 476 304
1991 187 399[11] 530 180[11]
2001 181 933[11] 553 450[11]
2011 163 688 448 997

Туғанлашҡан ҡалалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Перепись населения Греции (2021)
  3. http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
  4. https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
  5. https://batumi.ge/ge/?page=show&sec=5
  6. https://www.rosario.gob.ar/web/gobierno/internacionales/relaciones-bilaterales#hermanamientos
  7. https://piraeus.gov.gr/αδελφοποιμένες-πόλεις/
  8. https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-pobratimi/pirey-greciya/
  9. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 282.
  10. Ҡалып:Карты государств (ГУГК и Роскартография)
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Пирей // Отоми — Пластырь. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 19).
  13. 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 13,11 13,12 13,13 13,14 13,15 Κοτζαμάνης, Βύρων Αθήνα, 1848 - 1995. Η δημογραφική ανάδυση μιας μητρόπολης (грек) // Επιθεώρηση Κοινωνικών Ερευνών. — 1997. — № 92—93. — С. 3—30.