Парламентар монархия — Википедия Эстәлеккә күсергә

Парламентар монархия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт идара итеү формаһы, сәйәси режимдар һәм системалар

Парламентар монархия — монархтың власы конституция һәм парламент менән сикләнгән конституцион монархия төрө. Монархтың бер ниндәй ҙә власы юҡ, тик векәләтлек фунцияһын ғына башҡара.

  • Дуалистик монархия — монархтың власы конституция һәм парламент менән сикләнгән конституцион монархия төрө. Монах уҙенә бирелгән хоҡуҡтар сигендә ирекле һәм уҙалла ҡарарҙар сығара ала.

Бындай дәүләттә монархтың роле бөтөнләй юҡ тип әйтеү дөрөҫ булмай. Дәүләт вәкиле булараҡ ул халыҡ ихтияжын яҡлай, тышҡы сәйәсәттә, көрсөк һәм эске конфликттар ваҡытында төрлө функциялар башҡара.

Парламентар монархия илдәре ҡыҙыл төҫ менән, дуалистик монархия илдәре зәңгәр күк төҫ менән күрһәтелгән.

Дуалистик монархия илдәре: Иордания, Марокко, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге.

Конституцион монархия: Бөйөк Британия, Нидерланд, Бельгия, Дания, Норвегия, Швеция, Испания, Лихтенштейн, Люксембург, Монако, Андорра, Япония, Камбоджа, Малайзия, Таиланд, Бутан, Лесото, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Папуа - Яңы Гвинея, Соломон утрауҙары, Гренада, Ямайка, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Китс һәм Невис.