Монреаль — Википедия Эстәлеккә күсергә

Монреаль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Монреаль
Montréal

—  Ҡала  —


Монреаль гербы
Герб

Монреаль флагы
Флаг
Монреаль (Канада)
Точка

Координаты: 45°30′32″ с. ш. 73°33′15″ з. д.HGЯO

Управление
Ил Канада Канада
Провинция Квебек Квебек
Өлкә Монреаль
Ҡала райондары Аунсик-Картьевиль, Анжу округы, Кот-де-Неж-Нотр-Дам-де-Грас, Лашин (Монреаль), Ла-Саль (Монреаль), Лё-Плато-Мон-Руаяль, Лё-Сюд-Уэст, Л'Иль-Бизар–Сент-Женевьев, Мерсье–Ошлага-Мезоннёв, Монреаль Нор, Утремон, Пьерфонд-Роксборо, Ривьер-де-Прери–Пуэнт-о-Трамбль, Розмон-Ля-Петит-Патри, Сен-Лоран округы, Сен-Леонар округы, Вердан округы, Вилль-Мари округы, Вилльрей–Сен-Мишель–Парк-Экстансьон
Нигеҙләү дата?ы 17 мая 1642
Хәҙерге статусы 1 ғинуарҙа 2002 (2002-01-01)
Демография
Халҡы 1 704 694 [1] чел. (2016)
Тығыҙлығы 4 662,1 чел./км²
Этнохороним монреалец, -ка
Тел Француз теле
География
Майҙаны 363,13[1] км²
Точки иң түбән: (Пуэнт-о-Трамбль) 8 м
иң юғары: (Мон-Руаяль) 234 м
Сәғәт бүлкәте EST (UTC-5)
Телефон коды +1 514 и +1 438
Географик код 24 66023
Веб-сайт http://ville.montreal.qc.ca/

Монреа́ль ('франц. Montréal, ингл. Montreal) — Квебек провинцияһындағы иң ҙур ҡала һәм Канадаyың ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. Башта Вилль-Мари тип аталған — йәғни Мария ҡалаһы. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан Мон-Руаяль (Король тауы)нан Монреаль атамаһы килеп сыҡҡан[2], находящейся в центре города[3][4], һүҙҙең Монреаль тигән формаһы тәү килеп ултырған халыҡтың бер өлөшө һөйләшкән окситан теле йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән.

2016 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Оло Монреалдә 4 098 927 кеше йәшәй[5]. Монреаль ҡалаһының үҙендә 1 704 694 кеше йәшәй[6].

Ҡалала берҙән-бер рәсми тел — француз теле, был тел ҡалалағы 59,8 % халыҡтың туған теле, һөйләшеүселәр һаны буйынса инглиз теле — 19,4 % килә[7][8]. Оло Монреалдә француз телендә һөйләшеүселәр 67,9 % тәшкил итә, инглиз теле икенсе урынды биләй — 16,5 %[9]. Ҡала халҡының яртыһынан күпселеге теге йәки был кимәлдә ике телде лә белә[10].2014 йылға саҡлы Монреаль халыҡ һаны буйынса донъяла Париждан ҡала француз телле икенсе ҡала, ләкин 2015 йылда африка ҡалаһы Абиджан уны 3-сө урынға төшөргән[11]. Шулай уҡ донъяла француз телле бер нисә эре ҡала — Киншаса, Касабланка, Алжир ҡалалары бар, әммә был ҡалаларҙа француз теле башлыса яҙма тел йәки икенсе тел сифатында ҡулланыла[12][13].

Ғәҙәттә Монреаль тормош өсөн уңайлы ҡалалар рейтингында иң юғары урынды биләй. Monocle Magazine журналы ҡаланы «Канаданың мәҙәни үҙәге» тип атаны, ә күптән түгел ЮНЕСКО Монреалде дизайн ҡалаһы тип атаны[14][15]. 70-се йылдар уртаһында Торонтоға иҡтисад баш ҡалаһы титулын биреп, Монреаль Канаданың мөһим эшлекле, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге булып ҡала. Иң әһәмиәтле тармаҡтары: аэрокосмик, биотехнологик, фармацевтик, мәғлүмәт технологиялары тармағы, туризм, кино индустрияһы, шулай уҡ компьютер уйындары үҫешкән индустрияһы[16].

Монреаль гаване, 1889 йыл
Мон-Руаяль тауынан күренеш, 1902 йыл
Сен-Жак урамы, 1910 йыл
«Ла Вилль» бик бейек күп ҡатлы йорто - ҡаланың тәүге бик бейек күп ҡатлы йорттарының береһе

Археологик табыштар Монреаль утрауында индейҙарҙың төрлө ҡәбиләләре 4000 йыл элек йәшәгән тип раҫлайҙар. Беҙҙең эраның 1000-се йылында улар кукуруз үҫтерә башлаған. Бер нисә быуат дауамында индейҙар бер нисә нығытылған ауыл төҙөгән[17]. Хәҙерге Нью-Йорк штатында башҡа ирокездарҙан айырылып йәшәгән лаврентий ирокездары француздар килгәнгә саҡлы ике йөҙ йыл элек Мон-Руаяль тауы итәгендә Ошелага ауылына нигеҙ һалған. Археологтар бында һәм үҙәндең башҡа ерҙәрендә уларҙың кәм тигәндә XIV быуатҡа ҡараған торлаҡ артефактарын тапҡан[18]. 1535 йылдың 2 октябрендә француз тәү асыусыһы Жак Картье бында булған һәм Ошелага ауылы халҡын «меңдән артыҡ» тип баһалаған[18].

Етмеш йыл үткәс, француз тикшеренеүсеһе Самюэль де Шамплен лаврентий ирокездары һәм уларҙың торлаҡтары Изге Лаврентий йылғаһы үҙәненән, бәлки, эмиграция, европа сирҙәре киҙеүе, йәки ҡәбилә-ара һуғыштар сәбәпле юҡҡа сыҡҡан[18][19]. 1611 йылда Шамплен башта La Place Royale тип аталған, Петит Ривьер һәм Изге Лаврентий йылғалары ҡушылған ерҙә, Монреаль утрауында тире һатыу посы ойоштороп ебәргән[20]. 1639 йылда, Жером Ле Ройер де Ла Доверсер Монреаль утрауының сеньор һәм Католик сиркәүе урындағы халыҡ араһында христианлыҡ таратыу маҡсатында булдырылған «Нотр-Дам де Монреаль» йәмғиәте башлығы титулдарын алған. Пол Шомеди де Мезоннёв ул ваҡытта колония губернаторы булған[21]. Шулай 1642 йылдың 17 майында евангелистар бөгөнгө ҡала үҙәге урынында Изге Мәрйәм Ана хөрмәтенә Вилль-Мари (фр. Ville-Marie) тип аталған миссия-фортҡа нигеҙ һалғандар. Был дата Монреалгә нигеҙ һалған рәсми көн тип иҫәпләнә һәм хәҙерге көндә Виктория Көнө менән бергә бәйләп майҙың өсөнсө дүшәмбе көнөндә билдәләнә.

Вилль-Мари Төньяҡ Америка тире һатыу үҙәге һәм артабанғы француз баҫып алыуы экспансия базаһына әүерелгән[21]. XVIII быуат башына бында Изге Сульпицийҙың католик йәмғиәте католик динен таратыу эшмәкәрлеген башлай. Француз колонистарына ярҙам итеү маҡсатында, улар могавктарҙы Вилль-Марины ҡалдырып китергә өгөтләйҙәр һәм Оттава йылғаһынан төньяҡҡараҡ үҙҙәренең элекке һунар биләмәләрендә яңы тораҡ нигеҙләргә өгөтләйҙәр[22].

1760 йылға, Ете йыллыҡ һуғышта еңелгәнгә һәм Великобританияға бирелгәнгә саҡлы, Канада территорияһы Яңы Франция йәғни француз колонияһы булып ҡалған[23]. 1832 йылда Монреаль ҡала булараҡ теркәлгән[24]. Лашин каналын асыу караптарға йөҙөп үтеп булмаҫлыҡ Лашин тупһаларын урап үтеү мөмкинлеген биргән[25], ә Виктория күперен төҙөү Монреалде мөһим тимер юл селтәренә әйләндерә. 1860 йылға Монреаль Британия Төньяҡ Америкаһының иң ҙур ҡалаһы һәм Канаданың бәхәсһеҙ иҡтисад һәм мәҙәни үҙәге булып китә[26][27].

Монреаль 1844 йылдың 10 майынан (баш ҡаланы Кингстондан (Онтарио) күсергәндән һуң) 1849 йылға саҡлы Канаданың баш ҡалаһы булған, ләкин Түбәнге Канадалағы ихтилал килтергән зыянды ҡаплау тураһында законға ҡаршы сыҡҡан тори төркөмө парламент бинаһын яндырғандан һуң, үҙенең статусын юғалтҡан[28]. Стратегик ҡараштарҙан сығып, илдең алыҫ мөйөшөндә урынлашҡан Оттава баш ҡала итеп һайланған. Беренсе донъя һуғышынан һуң, АҠШ-та ҡоро закон ҡабул ителгәндән һуң, Монреаль эсеү мөмкинлеген эҙләп йөрөгән американлыларҙың ышыҡ урынына әйләнә[29]. Шул уҡ ваҡытта ҡалала 1929 йылда фонд баҙарында аҡса баһаһы ныҡ төшөү һәм Бөйөк депрессия менән бәйле эшһеҙлек проблемаһы киҫкен торған[30].

Икенсе донъя һуғышында Монреаль мэры Камийен Уд 1944 йылғы армияға саҡырыуға ҡаршы сыҡҡан. 1940 йылдың 2 авгусында ул матбуғат биттәрендә ҡала халҡына бөтә ир-атҡа һәм ҡатын-ҡыҙға федераль реестрҙа теркәлмәҫкә саҡырып сығыш яһай[31]. 2 көндән Камийен Уд судһыҙ-ниһеҙ интернирланғандар лагерына оҙатыла һәм 1944 йылға саҡлы шунда тотола[32].

1951 йылға Монреаль халҡы бер миллион тәшкил иткән[33]. 1959 йылда, океан караптарына Атлантиканан Монреалде Бөйөк күлдәргә урап үтеү мөмкинлеген биргән Изге Лаврентий диңгеҙ юлы асылған. Ваҡыт үтеү менән был ҡаланың иҡтисад өҫтөнлөгө ахырына килтерә[34]. Әммә 1960-сы йылдарҙа Монреалдә иҡтисад үҫеше дауам итә: Экспо-67 бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә, Канадала бик бейек күп ҡатлы йорттар һалына, шәп тиҙлек менән йөрөрлөк юлдар һалына һәм Монреаль метрополитены төҙөлә.

1970-се йылдарҙа киң масштаблы социаль һәм сәйәси үҙгәрештәр заманы башланған. Уларҙың төп сәбәбе булып бизнес сфераһында инглиз-канада аҙсылығының өҫтөнлөгө фонында франк телендә һөйләшкән күпселек халыҡтың үҙ мәҙәниәтен һәм телен һаҡлап ҡалыуға ынтылышы тора. Октябрь кризисы (Квебек) һәм 1976 йылғы һайлауҙар һөҙөмтәһендә Квебектың дәүләт суверенитетын иғлан итеү төп бурыс тип иғлан итеүе сәбәпле власҡа Квебек партияһы килә, һәм ҡаланан инглиз-канада капиталы һәм халҡының китеүенә килтерә. 1976 йылда Монреалдә Йәйге Олимпия уйындары үтә. 1980-се һәм 1990-сы йылдар башында Монреалдә, Канаданың башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда, иҡтисад үҫеше кәмей.

2002 йылдың 1 ғинуарында, әйләнә-тирәләге 27 муниципалитеттарын ҡушыу сәбәпле, ҡала менән бер төрлө атама йөрөткән утрау биләмәләрендә бер бөтөн Монреаль ҡалаһы барлыҡҡа килгән. Был инглиз телендә һөйләшкән ҡала яны халҡының ризаһыҙлығына килтергән. Был ҡала яны халҡы менән ойошторолған бойондороҡһоҙ референдумдар йомғағы буйынса, 2004 йылдың июнендә, муниципалитеттарҙың бер өлөшө (утрау халҡының 13 %) бер бөтөн Монреаль составынан сығырға ҡарар итә. 2006 йылдың 1 ғинуарында бүленеп сығыу һөҙөмтәһендә, утрауҙа, Монреалде лә индереп, 15 муниципалитет ҡалған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бүленеп сыҡҡан муниципалитеттар Монреаль менән бик күп һанлы хеҙмәтләндереүҙе түләү өсөн һалым йыйыу менән шөғөлләнгән совет аша бәйләнеш тотҡан.

Монреалдең административ бүленеше

Монреаль ҡалаһы шундай уҡ атамалы Монреаль утрауында, Изге Лаврентий һәм Оттава йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Ҡала биләмәһенә шулай уҡ утрауҙа урынлашҡан ваҡ ҡала-райондар (мәҫәлән Хэмпстэд, Мон-Руаяль, Уэстмаунт, Кот-Сен-Люк һәм башҡалар) һәм яҡындағы бер нисә ваҡ утрау инә. Монреаль ҡалаһы провинция баш ҡалаһы Квебектан яҡынса 250 км көньяҡ-көнбайышҡа, һәм дәүләттең баш ҡалаһы Оттаванан 200 км көнсығышта урынлашҡан.

Монреалдең төп тәбиғәт ҡомартҡыһы булып диңгеҙ кимәленән яҡынса 250 метр бейеклектә ятҡан , именуемая «Мон-Руаяль тауы» тип йөрөтөлгән ҡалҡыулыҡ тора. Ҡасандыр «тауҙа», бөтә ҡала күренешен күҙәтерлек мөмкинлеге булғанлыҡтан, байҙар өсөн өйҙәр төҙөлгән. Бөгөн бында Монреалдең иң ҙур зыяраты (Нотр-Дам-де-Неж), шулай уҡ ҡала тормошоноң бер өлөшөнә әйләнгән һәм тирә-яҡ мөхите ҡурсаланған шундай уҡ исемле парк урынлашҡан.

Монреаль бер нисә климатик зоналар киҫешкән урында урынлашҡан. Ҡағиҙә буларҡ, климат континенталь еүеш тип билдәләнә[35]. Монреалдә йәй йылы, ләкин йышыраҡ уртаса юғары 26 °C (79 °F) һәм уртаса түбән 16 °C (61 °F) температуралары менән бөркөү була, йыш ҡына температура 30 °C (86 °F) уҙып китә. Ғәҙәттә Монреалдә ҡыш һыуыҡ, ҡарлы, буранлы, йыш ҡына боҙлауыҡ, уртаса температура −6…-9 °C була. Әммә ҡыштың ҡайһы бер көндәре түбәнерәк температуралы була −20 °C (-4 °F)[36].

Яҙ һәм көҙ көндәрендә һауа торошо рәхәт йомшаҡ, ләкин температура киҫкен үҙгәреүсән[37]. Һуңғараҡ эҫе миҙгел сезон, шулай уҡ «әбейҙәр сыуағы» килә, шулай уҡ ноябрҙә, мартта һәм апрелдә ҡар бурандары була.

Самая низкая температура за всю историю Метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң түбән −37,8 °C (-36 °F) температура 1957 йылда, ә иң юғары температура +37,6 °C (100 °F) 1975 йылда булған.

Яуым-төшөмдөң йыллыҡ күрһәткесе 998 мм (39 дюйм), шул иҫәптән ноябрҙән мартҡа саҡлы уртаса 218 см (86 дюйм). Йәшенле ямғырҙар ғәҙәттә яҙ һуңында башлана һәм, көҙ башына тиклем, йәй буйы яуа, бынан тыш, тропик штормдар ҡалдыҡтары ҡойма ямғырҙарға килтереүе мөмкин. Ҡалала йылына 2000-дән артыҡ ҡояшлы көндәр була, йәй, ҡояшлы булһа ла, байтаҡ еүеш була[38].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 13,9 15,0 25,6 30,0 33,9 35,0 35,6 37,6 33,5 28,3 21,7 18,0 37,6
Уртаса максимум, °C −5,7 −3,9 2,2 10,7 19,0 23,6 26,2 24,8 19,7 12,7 5,3 −2,2 11,1
Уртаса температура, °C −10,2 −8,4 −2,3 5,7 13,4 18,2 20,9 19,6 14,6 8,1 1,6 −6,3 6,2
Уртаса минимум, °C −14,7 −12,9 −6,7 0,6 7,7 12,7 15,6 14,3 9,4 3,4 −2,1 −10,4 1,4
Абсолют минимум, °C −37,8 −33,9 −29,4 −15 −4,4 0,0 6,1 3,3 −2,2 −7,2 −19,4 −32,4 −37,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 78,3 61,5 73,6 78,0 76,3 83,1 91,3 92,7 92,6 77,8 92,6 81,3 978,9
Сығанаҡ: Environment Canada

2011 йылғы йәниҫәпкә ярашлы, Монреалдә 1 649 519 кеше йәшәгән[39]. Шул уҡ ваҡытта, ҡала янын да индереп, Оло Монреалдә 3 824 221 кеше йәшәгән[40].

Провинцияның башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда, Монреаль ҡалаһы янында иммигранттар (процентҡа ҡарата) күпкә күберәк. Квебекка килгән иммигранттарҙың күпселеге тап Монреалдә урынлаша. Квебек провинцияһының ҡалалары араһында Монреалдә инглиз телендә һөйләшеүселәр күберәк.

Этник
сығышы
Һаны[41]
(Оло Монреаль)
канадлылар 1 677 930
француздар 949 885
итальяндар 263 565
ирландтар 223 780
инглиздәр 140 115
шотландтар 114 240
гаитяндар 111 570
ҡытайҙар 91 785
квебектәр 88,350
индейҙар 86 625
немецтар 78 485
гректар 65 690
йәһүдтәр 63 985
испандар 62 650
ливанлылар 62 050
мароккандар 53 960
поляктар 53 490
алжирлылар 40 905
урыҫтар 40 765

Монреаль халҡын тән төҫө һәм этник төркөмдәргә бүлеү бына шундай[42]:

  • Европеоид раса (аҡ тәнлеләр) : 1 101 980 йәки 68,3 % ;
  • Негроид раса (ҡара тәнлеләр) : 147 100 йәки 9,1 % ;
  • Ғәрәптәр : 102 625 йәки 6,4 % ;
  • Латин америкалылар : 67 100 йәки 4,2 % ;
  • Көньяҡ Азия халҡы (һиндтар, паҡстанлылар һ. б.): 53 515 йәки 3,3 % ;
  • Хань (ҡытайҙар) : 46 845 йәки 2,9 % ;
  • Көньяҡ-Көнсығыш Азия : (вьетнамдар, лаослылар һ. б.): 39 570 йәки 2,5 % ;
  • Филиппин : 21 750 йәки 1,3 % ;
  • Алғы Азия халҡы (ирандар, афғандар һ. б.) : 12 155 йәки 0,8 % ;
  • Корейҙар : 3 300 йәки 0,2 % ;
  • Япондар: 2 020 йәки 0,1 % ;
  • Башҡалар : 14 585 йәки 0,9 %.

Монреаль — бик ҡатмарлы демолингвистик ситуациялы күп милләтле мегаполис. Әлеге көндә бында төрлө милләттәр, мәҙәниәттәр, дингә ҡарағандар яҡшы уҡ татыу йәшәп ятһа ла, не всегда отношения между общиналар араһында мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт яҡты булмаған. Яңы Франция ҡолатылһа ла, Британия империяһы әүҙем эшмәкәрлек алып барһа ла, 1840 йылдан алып 1860 йылға саҡлы англофондар ҡала халҡының яртыһынан күберәген тәшкил итһә лә, ә Монреаль үҙе 1970-се йылдарға саҡлы Канаданың иң ҙур ҡалаларының береһе булһа ла, урындағы франк-канадлыларҙы ассимиляциялау сәйәсәте ахырҙа уңышһыҙлыҡҡа осраған. Тыныс революция тип аталған эшмәкәрлек һөҙәмтәһендә франк-канадлылар ҡалала үҙҙәренең өҫтөнлөклө хәлен тергеҙә алған, ә күп кенә инглиз-квебеклылар Канаданың башҡа ҡалаларына, беренсе сиратта, Торонтоға күсеп киткән. Монреалдә бөгөн йәшәгән халыҡтың яҡынса 70,5 % француз телен туған теле тип иҫәпләй һәм көндәлек ситуацияларҙың күпселегендә, 12,5 % — инглиз телен ҡуллана һәм 14,6 % башҡа телдәрҙә һөйләшә (ҡара: Аллофондар (этнография) (2006). Шуның менән бергә, 1977 йылғы Француз теле Хартияһы француз телен берҙән-бер рәсми тел тип иғлан итһә лә, халыҡтың яртыһынан күбеһе француз һәм инглиз телдәрендә иркен һөйләшә.

Монреалдә урыҫ теле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Монреалдәге казино

Һуңғы 15 йыл эсендә урыҫ теле Монреалдә үҙенең әһәмиәтен киңәйтте. 2001 йылда 3,3 млн кешенән 12,5 меңе (агломерация халҡының 0,4 % ) урыҫ телен туған теле тип атаны. 2006 йылда инде 3,6 млн кешенең - 18,5 меңе (халыҡтың 0,5 %). Әммә ғәмәлдә урыҫ телендә һөйләшеүселәр һаны (элекке СССР-ҙың бөтә төбәктәренән сыҡҡан халыҡты индереп) 15 менән 25 мең кеше тирәһендә тирбәлә. 2008 йылда урыҫ теле, әрмән телен уҙып китеп, 10-сы урынға сыҡты[43].

Урыҫ телле халыҡтың күпселеге — Рәсәй һәм элекке СССР илдәренән килгән иммигранттар. Әммә беренсе һәм икенсе тулҡын эмиграцияһы иммигранттары (һәм уларҙың тоҡомдары) иммигранттары ла бар. Урыҫ телле халыҡ Кот-де-Нэж һәм уға яҡын райондарҙа тупланған[44] (ҡара: Русский язык в Канаде), урыҫ телен йыш ҡына ҡаланы теләһә ҡайһы «халыҡ-ара» районында осратырға була. Хәҙерге ваҡытта формаль рәүештә айырым ҡалаға әйләнгән Кот-Сен-Люк муниципалитетында урыҫ телле халыҡ күпләп йәшәй.

Ҡалала урыҫ телендә бушлай таратылыусы биш гәзит баҫыла. Бер нисә урыҫ китап (ул ғына түгел) магазины, видеосалоны, аптека, гастроном, ресторан бар. Урыҫ телендәге китаптарҙы район һәм университет китапханаларында (сит ил әҙәбиәте иҫәбендә) табырға мөмкин. Урыҫ телендә радио тапшырыуҙар алып барыла. Түләүле урыҫ йәкшәмбе мәктәптәре бар — «Грамота» (1994 йылдан бирле йәшәп килә), «Лицей», «Мечта» һәм «Эврика». Түләүле урыҫ телле балалар баҡсалары һәм яслиҙары бар.

Монреалдә шулай уҡ ғибәҙәт ҡылыу урыҫ телендә үтәлгән ике православие соборы, бер урыҫ телле синагога, һәм шулай уҡ төрлө диндәр адептары яҡлылар өсөн урыҫ телле ғибәҙәт йорттары бар.

Урыҫ теле ике университетта — Монреаль университеты (француз телле) һәм Макгилла университеты (инглиз телле) — өйрәнелә.

Мэрия бинаһы
Монреалдең Конгрестар һарайы
Монреалдең Конгрестар һарайы (икенсе яғынан күренеш)

2017 йылдан Монреалдең мэры (mairesse) Валери Плант. Ҡала советы — Монреалдең төп ҡарарҙар сығарыусы органы. Ул 64 ағзанан (45 ҡала кәңәшсеһенән һәм 19 округтар мэрҙарынан) һәм Монреалдең мэрынан тора.

Ҡала советы вәкәләттәренә ҡала тормошоноң күп сфераларын, йәмәғәт хәүефһеҙлеген, хөкүмәт-ара тәжрибә алмашыуҙарын, тирә-яҡ мөхит, ҡала төҙөлөшө проблемаларын һәм ҡайһы бер субсидия программаларын, инә. Ҡала территорияһы 19 округҡа бүленгән. Ҡаланың төп урамы — Сен-Лоран бульвары — тура һәм күсмә мәғәнәлә инглиз һәм франк телле халыҡтарҙы бүлеү һыҙығы билдәһе булған, ә хәҙер ул Монреалдең туристик һәм сауҙа тормошо үҙәге.

Квебектың башҡа ҡалалары менән һәм Канада һәм АҠШ ҡалалары менән сағыштырғанда уникаль һыҙаттарға эйә булһа ла, Монреалдең иҡтисады күп осраҡта үҫешкән капиталистик илдең ҙур постиндустриаль ҡалаһына хас. 1970-се йылдар башына саҡлы Монреаль индустриалләшеүсе Канаданың ғәмәлдә иҡтисади баш ҡалаһы булған. Ирнглиз-америка капиталы һәм сағыштырмаса арзан франк телле эшсе көс Монреалде туҡыу сәнәғәте үҙәгенә әйләндерергә ярҙам итә. Оҙаҡ йылдар дауамында тап бында Европанан эш эҙләп фабрикаларға, заводтарға һәм донъяның иң эре йылға порты булған ҡала портына бик күп иммигранттар килгән.

Әммә көслө үҫеш ҡалалағы этно-тел ҡаршылыҡтары ла өлгөргәнен күрергә ҡамасаулаған. Инглиз-америка капиталы өсөн был ҡаланың ожмах булыуы юғалғанын күрһәткән беренсе билдәләре икенсе донъя һуғышынан һуң Тымыҡ революция менән тамамланған франк-канад милләтселегендә күренгән.

Инглиз теленең статусын кәметеү менән ризалашмайса һәм статус-квоны һаҡларға теләмәгәндәре өсөн франк-канадтарҙан «үс алырға» теләп, инглиз телле эшлекле элитаның байтаҡ өлөшө, үҙ капиталдарын инглиз телле Торонтоға күсереп, күпләп ҡаланан киткән. Инглизфондарҙың күпләп эмиграцияһы һәм капиталдың ҡаланан ситкә китеүе 1970—1980-се йылдарҙа ҡалала 20 йылға һуҙылған һәм рецессия, киң таралған эшһеҙлек һәм халыҡ һанының бөтөнләй үҫмәүе менән йәнәш атлаған иҡтисад депрессияһына килтергән. 1995 йылдан һуң ғына, донъяның бик күп, шул иҫәптән инглиз-америка корпорациялары ла, ҡаланың франк телле трансформацияһына күнеп, кире ҡайта башлағаны бирле, ҡалала ситуация яҡшырған.

Шуның менән ҡала иҡтисады постиндустриаль рельстарға һәм нығыраҡ француз характерына күскән. Шулай, ҡалала хеҙмәтләндереү секторы, мәғариф, страховкалау, финанстар һәм кредит өҫтөнлөклө хәлдә. Монреаль шулай уҡ донъя дизайн үҙәктәренең береһе тип танылған, бында шулай уҡ аэрокосмик тармаҡ, фармацевтика, косметика сәнәғәте, парфюмерия, туризм үҫеш алған. Бынан тыш, хәҙерге Монреаль ғәмәлдә Париж менән франк телле музыка, мәҙәниәт һәм күңел асыу индустриһының иң мөһим үҙәге булараҡ ярыша. Танылған башҡарыусылар — Селин Дион (популяр музыка), Захо (француз телендә рэп). Ҡалала донъяның иң эре банктарының бик күп бүлектәре урынлашҡан (фр.Banque Scotia|Scotiabank, Bank of Montreal (Bank de Montreal), Royal Bank of Canada, Banque nationale du Canada), Molson - һыра эшләп сығарыусы, спорт аренаһы (унда хоккей буйынса халыҡ-ара һәм урындағы милли ярыштары уҙғарыла), теннис корттары (уларҙа Мария Шарапова көрәшкән Роджерс кубогына ярыштар ойошторола), Формула-1 спорт автомашиналары трассаһы, электрләштерелмәгән тимер юл транспорты менән бик ҙур порт, балалар өсөн ҙур аттракциондар Ля Ронда (Изге Лаврентий йылғаһындағы Изге Елена утрауында), авиадвигателдәр һәм самолёттар, вертолёттар һәм уларға запчасть етештереү, бик күп колледждар һәм университеттар. Низкая инфляция менее Йылына 2 %-тан түбән инфляция — ҡала иҡтисадының нигеҙе.

Монреаль Метрополитены поездары

Монреалдә йәмәғәт транспорты коллектив такси (маршруткалар һымаҡ), ҡала яны поездары, автобустар һәм метронан ғибәрәт. Транспортта түләү өсөн бер тәүлеккә йә ай буйына рөхсәт биреүсе зарядланған магнит карталары хеҙмәт итә. Йөрөү бер тапҡыр ғына ҡабатланһа, ғәҙәттә ҡулаҡса менән түләнә.

Йөрөү бер тапҡыр ғына ҡабатланған ваҡытта шулай уҡ ике типтағы транспорттың өс маршрутына саҡлы икенсе транспортҡа күсеп ултырыу мөмкинлеген биреүсе (автобус—метро—автобус) йәки ике маршрутына саҡлы (метро—автобус һәм автобус—автобус) карталар файҙаланыла. Шул вуҡ ваҡытта набор йыйылма, маршруттар киҫешкән йә уртаҡ һуңғы туҡталыш булғанда ғына, бер ултырып барыу тип иҫәпләнә.

Ҡаланың бөтә транспорты өсөн (ҡала яны поездарын ҡыҫтырмайса) «Монреаль Транспорт Йәмғиәте» (фр. Société de Transport de Montréal йәки STM) яуаплы. Йәмғиәт 2002 йылда ойошторған опросынан билдәле булыуынса, халыҡтың 33 % эшкә барғанда йәмәғәт транспорты менән файҙалана, 52,4 % үҙ машинаһында (4,3 % пассажир булараҡ), 8,2 % йәйәү йөрөй, ә 2 % велосипедҡа өҫтөнлөк бирә.

Метрополитенының үҙенсәлеге - поездар шинала хәрәкәт итә, ләкин рельстар, хәрәкәткә йүнәлеш биреүсе булараҡ ҡалдырылған тимер юл тибындағы тәгәрмәстәр өсөн һаҡланған. Инженерҙар, традицион ҡорос тәгәрмәстәр менән сағыштырғанда, ер аҫты поездарының йөрөүенең ер өҫтөндәге биналарға емергес тәьҫире кәмей, тип иҫәпләй.

Станцияларға инеү һәм уларҙан сығыу маҡсатында, эскалаторҙар менән бер рәттән, ҡыя хәрәкәт итеүсе тротуар системаһы файҙаланыла.

Метрополитен станцияларының күбеһе, ҡаланың бер нисә кварталдары аҫтынан, «ер аҫты ҡалаһы» образын барлыҡҡа килтереп, ер аҫты үткәүелдәре менән тоташтырылған. Был үткәүелдәрҙә магазиндар, кафе һәм хатта «Сәнғәт майҙаны» станцияһы янында бер нисә ер аҫты театры бар (Place des Arts — станция концерт-күргәҙмә комплексы инглиз Place des Arts исеменә оҡшатыа аталған).

Жак-Картье күпере

Трамвай транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монреаль трамвайы ҡала тарихының бер киҫәге лә, хәҙерге бер проект та булып тора. 1950-се йылдарҙа Монреаль бөтә утрау буйынса 510 км трамвай юлдарына эйә булған (бер осҡа барыусы юл тип ҡарағанда), ул осорҙа — Торонто ҡалаһы менән сағыштырғанда 200 км-ға күберәк. Әммә 1955 йылда ҡала хөкүмәте трамвайҙарҙы артабан автобус транспорты менән алмаштырыу тураһында ҡарар сығарған. Монреаль урамдары буйлап һуңғы трамвай 1959 йылдың 30 авгусында үткән. Күп юлдарға асфальт түшәлгән һәм бөгөн дә үҙәк Монреалдәге урам киҫелештәрендә уларҙы күреп була. Бөгөн элекке трамвай һыҙаттары һандары автобус маршруттары һандарына тап килә, мәҫәлән: 51 → 51 Édouard-Montpetit, 65 → 165 Côte-des-Neiges һ.б. Монреал 2005 йылда, халыҡты альтернатив транспорт төрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында, ҡала үҙәгенән Avenue du Parc төп йүнәлеше буйлап төньяҡ райондарына (автомобилдә хәрәкәт итеүгә ҡапма-ҡаршы ҡуйып) трамвай юлдарын ҡабаттан һуҙыу ҡарары ҡабул ителә. Бер йылдан проектҡа тағы ике юл ҡушыла — Côte-des-Neiges һәм Verdun. 2007—2008 йылдарҙа Avenue des Pins юл киҫелеше эргәһен яңыртҡандан һуң, шәхси сектр тарафынан бик аҙ аҡса бүленеүенә ҡарамаҫтан, проект тормошҡа ашырылды. Монреалдең Генпланы буйынса тәүге трамвай юлын асыу 2012 йылға ҡаралған була, ҡала административ органдарын реструктуризациялауға килтергән ваҡиғалар арҡаһында, трамвай хәрәкәтен тергеҙеүҙе башта 2015, артабан — 2025 йылға ҡалдыралар. 2014 йылда Транспорт Йәмғиәте, юғары инстанциялар тарафынан трамвай мәсьәләһен хәл итеү, 2020 йылға бензинда эшләүҙән туҡталасаҡ үҙ автобустарын электрификациялау һәм гибридификациялау тәҡдименән сығып, бер нисә миллион доллар аҡса һалғанлыҡтан, әлеге ваҡытта был проблема ҡаралмай.

Мәҙәниәт һәи иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мария-Донъя батшабикәһе базиликаһы
Монреалдең типик урамы
Изге Катерина урамы
Төнгө Монреаль

Монреаль Квебек провинцияһының ғына мәҙәни үҙәге түгел, Төньяҡ Американың франк телле өлөшөнөң, шулай уҡ Канаданың француз телендәге теле- һәм радиотапшырыуҙары, кинофильмдары, театраль тамашалар, ҡағыҙ һәм электрон баҫмалары үҙәге лә.

1977 йылдан иң престиж тип һаналған кинофорумдарҙың береһе булған Монреаль донъя кинофестивале (французса: Festival des films du monde de Montréal / инглизсә: Montreal World Film Festival) уҙғарыла.

Монреалдең әҙәби һәм музыкаль тормошо «Латин кварталы»ның (le Quartier Latin) күп һанлы кафеларында тупланған. Урындағы инглиз телле халыҡ берләшмәһе мәҙәни эшмәкәрлеккә һиҙелерлек өлөш индерә. Төрлө мәҙәни ағымдарҙың тығыҙ үҙ-ара килешеп эш итеүе һөҙөмтәһе булып, күп һанлы фестивалдәр йоғонтоһонда тоҡандырылған ҡала музыкаль тормошоноң динамикалығы һәм күп төрлөлөгө тора.

Монреалдә Халыҡ-ара монреаль джаз фестивале (инглизсә: Festival International de Jazz de Montréal) йыл һайын уҙғарыла. Был ваҡиға донъяның төрлө мөйөштәренән миллионлаған джаз һөйөүселәрҙе йыя. 10 көнлөк Фестивалдә күпселеге асыҡ һауала уҙған 500-ҙән артыҡ концерт ойошторола. Бындай концерттарҙа аудитория 200 меңгә яҡын кеше йыя.

1989 йылдан башлап Монреалдә йыл һайын донъяның иң ҙур франкофон музыкаһы фестивале Франкофоли де Монреаль (фр.Les FrancoFolies de Montréal) уҙғарыла[45].

Йыл һайын La Ronde паркында донъяның пиротехник командалары араһында иң ҙур ярыштарҙың береһе уҙғарыла. Йәй көндәрендә ул ай ярым дауамында үтә. Ғәҙәттә 7-8 команда сығыш яһай һәм йомғаҡлау өлөшөндә фестивалде ойоштороусы команда күрһәтмә тамаша менән сығыш яһай.

  • Боронғо Монреаль — күпселек иҫтәлекле урындары урынлашҡан ҡаланың тарих һәм мәҙәни үҙәге
  • Бонсекур баҙары
  • Нотр-Дам базиликаһы
  • Монреалдең нәфис сәнғәт музейы
  • Монреалдең хәҙерге заман сәнғәте музейы
  • Редпат музейы
  • Л. Варпаховский исемендәге театр
Макгилла университеты, Сәнғәт корпусы

Монреалдә алты университет һәм 8 км радиусында ун ике колледж бар, Төньяҡ Американың ҙур ҡалалары араһында Монреаль студенттарҙың иң күп тупланған урыны (100 кешегә 4,38 студент, артабан Бостон тора, 100 кешегә 4,37 студент тра килә)[46].

Ҡалала ике инглиз телле университет бар:

  • Макгилла университеты Канаданың иң боронғо университеттарының береһе һәм донъя кимәлендәге уҡыу йорто булараҡ киң билдәле. Times Higher Education-QS World University рейтингы буйынса һуңғы алты йылда Макгилла университеты донъяның топ-25 университеты иҫәбенә инә (2009 йылғы күрһәткес)[47].
  • Конкордия университеты 1974 йылда сэр Джордж Уильямс университетына Лойола колледжын ҡушыу юлы менән барлыҡҡа килгән[48].

Монреалдә тағы ла ике франк телле университет бар:

  • Монреаль университеты (UdeM, ЮдеМ) Канаданың ҙурлығы буйынса икенсе университет булған. Университет составына ике айырым учреждение: Монреаль политехник мәктәбе (Инженер мәктәбе) һәм Монреалдең Юғары бизнес-мәктәбе (HEC) инә.
  • Монреалдәге Квебек университеты (UQAM, ЮКАМ) Квебек университет системаһына инә, һәм шаҡтай ҙур академик һәм административ бойондороҡһоҙлоҡ менән файҙалана. ЮКАМ башлыса гуманитар белемгә махсуслаша. Квебек университетына шулай уҡ Монреалдә һәм уның тирә-йүнендә урынлашҡан бер нисә юғары уҡыу йорто: Юғары техник мәктәп (ETS), Дәүләт аппараты милли мәктәбе (ENAP) һәм Милли фәнни-тикшеренеү институты (INRS) кампустары ҡарай.

Бынан тыш, ике франк телле университет — Шербрук университеты һәм Лаваль университеттары һәм уларҙың яҡындағы Изге Лаврентий йылғаһының көньяҡ ярында ятҡан Лонгёйҙа филиалдары булған.

Квебектағы белем биреү системаһы Төньяҡ Американың башҡа системаларынан бер аҙ айырыла. Урта мәктәп һәм университет араһында CEGEP тип исемләнеүсе өҫтәмә колледж кимәле бар. Был бер үк ваҡытта әҙерлек мәктәбе лә (уҡыусыларҙы университетҡа инерг әҙерләү) һәм техникум да (махсус урта белем биреүсе курстар тәҡдим итә). Монреалдә CEGEP француз телендә ун ете курс һәм инглиз телендә биш курс тәҡдим итә.

Монреаль утрауындағы инглиз телле башланғыс һәм урта дәүләт мәктәптәре Монреалдең инглиз мәктәп советы (мәктәп округы)[49] һәм Лестер Б. Пирсон исемендәге мәктәп советы тарафынан идара ителә[50]. Монреалдең франк телле башланғыс һәм урта дәүләт мәктәптәре Монреалдең мәктәп комиссияһына[51], шулай уҡ школьной комиссии Маргарит-Буржуа мәктәп комиссияһына ҡарай[52].

Ҡалала күренекле канада автоуҙышсыһы Жиль Вильнев исемен йөрөткән автодром урынлашҡан, унда йыл һайын Формула-1 класындағы Канада Гран-приһына ярыштар уҙғарыла.

Шулай уҡ ҡалала иң өлкән һәм иң титуллы «Монреаль Канадиенс» Милли хоккей лигаһы, MLS-та сығыш яһаусы «Монреаль Импакт» футбол клубы урынлашҡан.

Бөгөнгө Монреаль — юғары үҫешкән ҡала. Канаданың ҙур мәғлүмәт үҙәге, донъялағы иң эре финанс, иҡтисад үҙәктәренең береһе. Канаданың иң ҙур туҡыу үҙәге. Илдең иң мөһим һәм стратегик яҡтан әһәмиәтле ҡалаларының береһе; ультразаманса транспорт магистралдәре Монреалде Канаданың һәм АҠШ-тың ҡалалары менән, шул иҫәптән Торонто һәм Нью-Йорк менән тоташтыра. Мөһимлеге яғынан Канаданың (Торонтонан һуң) икенсе транспорт үҙәге. Бында хәрби техника етештереүсе бик күп эре заводтар бар. Монреаль әллә ҡасандан бирле донъяның йәшәү өсөн бик уңайлы ҡалалары исемлегендә тора.

Панорама Монреаля из смотровой площадки на горе Мон Руаяль тауы башындағы ҡарау майҙансығынан күренгән Монреаль панорамаһы
Панорама Монреаля из смотровой площадки на горе Мон Руаяль тауы башындағы ҡарау майҙансығынан күренгән Монреаль панорамаһы
Йәйге панорама
Йәйге панорама

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

{{columns-list|2|

  • Флаг Алжира Алжир (франц. Alger, ғәр. الجزائر‎), Алжир
  • Иордания Амман (ғәр. عمان‎), Иордания
  • Нидерланд Амстердам (нидерл. Amsterdam), Нидерланды
  • Греция Афина (грек. Αθήνα), Греция
  • Испания Барселона (кат. Barcelona), Испания
  • Ливан Бейрут (ғәр. بيروت‎), Ливан
  • Израиль Беэр-Шева (йәһ. באר שבע‎), Израиль
  • Бельгия Брюссель (франц. Bruxelles, нидерл. Brussel, Walloon: Brussele), Бельгия
  • Румыния Бухарест (рум. Bucureşti), Румыния
  • Куба флагы Гавана (исп. Havana), Куба
  • Германия Һанновер (нем. Hannover), Германия
  • АҠШ флагы Гонолулу (ингл. Honolulu), Гавайи, АҠШ
  • Ирландия флагы Дублин (ингл. Dublin, ирл. Baile Átha Cliath), Ирландия
  • Рәсәй флагы Владивосток ({{Россия), Рәсәй
  • Колумбия Кали (исп. Santiago de Cali), Колумбия
  • Флаг Марокко Касабланка (ғәр. الدار البيضاء‎), Марокко
  • Перу Лима (исп. Lima), Перу
  • Франция Лион (франц. Lyon), Франция
  • Португалия Лиссабон (порт. Lisboa), Португалия
  • Бөйөк Британия флагы Лондон (ингл. London), Бөйөк Британия
  • Бельгия Льеж (франц. Liège, нидерл. Luik, Walloon: Lidje), Бельгия
  • Италия Милан (итал. Milan), Италия
  • АҠШ флагы Яңы Орлеан (ингл. New Orleans, франц. La Nouvelle-Orléans), Луизиана, АҠШ
  • Франция Париж (франц. Paris), Франция (партнёр ҡала)
  • Корея Республикаһы флагы Пусан (кор. 부산 광역시, 釜山廣域市), Көньяҡ Корея
  • Италия Рим (итал. Roma), Италия (партнёр ҡала)
  • Флаг Албании Тирана (алб. Tiranë, Tirana), Албания
  • АҠШ флагы Гаррисберг (ингл. Harrisburg), Пеннсильвания, АҠШ
  • Япония Хиросима (Ҡалып:Lang-jp), Япония
  • Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Шанхай (ҡыт. ябайл. 上海, пиньин: Shànghǎi), Ҡытай

}}

  1. 1,0 1,1 Population and dwelling counts, for Canada, provinces and territories, and census subdivisions (municipalities), 2006 and 2001 censuses - 100% data. Statistics Canada, 2006 Census of Population (13 март 2007). Дата обращения: 13 март 2007. Архивировано 30 май 2012 года. 2008 йыл 9 ғинуар архивланған.
  2. Old Montréal / Centuries of History (апрель 2000). Дата обращения: 26 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  3. Island of Montreal. Natural Resources Canada. Дата обращения: 7 февраль 2008. Архивировано 30 май 2012 года. 2008 йыл 31 май архивланған.
  4. Poirier Jean. Île de Montréal. — Canoma, 1979. — Vol. 5. — P. 6–8.
  5. Population of census metropolitan areas (2006 Census boundaries). 0.statcan.gc.ca (4 февраль 2010). Дата обращения: 13 апрель 2010. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 30 май архивланған.
  6. Население Монреаля. Дата обращения: 30 ғинуар 2011. Архивировано 30 май 2012 года. 2019 йыл 8 июль архивланған.[1] 2019 йыл 8 июль архивланған.
  7. Chapter 1, article 1, Chartre de la Ville de Montréal (билдәһеҙ) (2008). Дата обращения: 7 февраль 2008. Архивировано 30 май 2012 года.
  8. Chapter1, article 1, Charter of Ville de Montréal (2008). Дата обращения: 7 февраль 2008. Архивировано 23 май 2008 года.
  9. Population selon la langue maternelle. Дата обращения: 29 ноябрь 2010.
  10. Table 22.4 Language spoken most often at home, by census metropolitan area, 2006
  11. Montréal n’est pas la deuxième ville française du monde | JDM
  12. LIVING IN CANADA: MONTREAL, QUEBEC. Abrams & Krochak - Canadian Immigration Lawyers. Дата обращения: 4 ноябрь 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  13. Participatory Democracy: Prospects for Democratizing Democracy. — Montreal; New York: Black Rose Books, 2005. — P. 347. — ISBN 1551642247,1551642255 (paperback). 2011 йыл 21 июль архивланған.
  14. Montreal, Canada appointed a UNESCO City of Design. UNESCO (7 июнь 2006). Дата обращения: 16 сентябрь 2009.
  15. Wingrove, Josh Vancouver and Montreal among 25 most livable cities. The Globe and Mail (9 июнь 2008). Дата обращения: 19 июнь 2008. Архивировано 30 май 2012 года. 2011 йыл 24 июнь архивланған.
  16. City of Toronto, History Resources. Toronto.ca (23 октябрь 2000). Дата обращения: 13 апрель 2010.
  17. Place Royale and the Amerindian presence. Société de développement de Montréal (September 2001). Дата обращения: 9 март 2007. Архивировано 30 май 2012 года.
  18. 18,0 18,1 18,2 Tremblay Roland. The Saint Lawrence Iroquoians. Corn People.. — Montréal, Qc: Les Éditions de l'Homme, 2006.
  19. id=T3NQ1lsaHs0C&pg=PA214&lpg=PA214&dq=The+Disappearance+of+the+St.+Lawrence+Iroquoians&source=bl&ots=tq1jiNS2sf&sig=Z6z2g4fSPdAjHTc1KhG1dC-b8l8&hl=en&ei=CVdoS7jbAoWjnQfIv6CsBw&sa=X&oi=book_result&ct=result&resnum=6&ved=0CBoQ6AEwBQ#v=onepage&q=The%20Disappearance%20of%20the%20St.%20Lawrence%20Iroquoians&f=false Bruce G. Trigger, «The Disappearance of the St. Lawrence Iroquoians», in The Children of Aataenstic: A History of the Huron People to 1660, vol. 2], Montreal and London: Mcgill-Queen’s University Press, 1976, pp. 214—218, accessed 2 Feb 2010
  20. Marsan Jean-Сlaude. Montreal in evolution. An historical analysis of the development of Montreal's architecture.. — Montréal, Qc: Les Éditions de l'Homme, 1990.
  21. 21,0 21,1 Ville-Marie (Colony). The Canadian Encyclopedia. Дата обращения: 30 ғинуар 2011. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
  22. Alanis Obomsawin, ''Kanesatake: 270 Years of Resistance'', National Film Board of Canada, 1993, accessed 30 Jan 2010. Nfb.ca (5 февраль 2010). Дата обращения: 13 апрель 2010. Архивировано 30 май 2012 года.
  23. Articles of the Capitulation of Montréal, 1760 (недоступная ссылка — история). MSN Encarta (1760). Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 1 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 1 ноябрь архивланған.
  24. Montreal :: Government. Student's Encyclopedia. Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года. 2014 йыл 11 ғинуар архивланған.
  25. Lachine Canal National Historic Site of Canada (PDF) 3. Parks Canada. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года. 2011 йыл 15 май архивланған.
  26. Visiting Montréal, Canada. International Conference on Aquatic Invasive Species. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 24 июль архивланған.
  27. UNA-Canada: A Sense of Belonging. United Nations Association in Canada. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года. 2008 йыл 19 июль архивланған.
  28. Walking Tour of Old Montreal. Vehicule Press. Дата обращения: 30 ғинуар 2008. Архивировано 30 май 2012 года.
  29. Arnold, Kathy Montreal: a thrilling collision of cultures. Daily Telegraph (3 июнь 2008). Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  30. DEPRESSION AND WAR 1930-1945. Montreal Archives Portal. City of Montreal. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  31. Conscription for Wartime Service. Mount Allison University (2001). Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 24 апрель 2008 года. 2009 йыл 26 февраль архивланған.
  32. Camillien Houde. City of Montreal. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  33. THE EMERGENCE OF A MODERN CITY 1945-1960. Montreal Archives Portal. City of Montreal. Дата обращения: 29 март 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  34. Veltman Calvin. Post-imperial English. — Mouton de Gruyter, 1996. — P. 206. — ISBN 9783110147544.
  35. Canadian Climate Normals 1971-2000. Дата обращения: 18 декабрь 2006.
  36. http://www.weather.com
  37. First 20 degrees Celsius. Criacc.qc.ca. Дата обращения: 13 апрель 2010. Архивировано 28 февраль 2008 года. 2008 йыл 28 февраль архивланған.
  38. US Weather Forecast — The Weather Network
  39. Statistics Canada: 2011 Census Profile
  40. Population and dwelling counts, for census metropolitan areas, 2011 and 2006 censuses
  41. http://www12.statcan.gc.ca/nhs-enm/2011/dp-pd/dt-td/Rp-eng.cfm?TABID=1&LANG=E&APATH=3&DETAIL=0&DIM=0&FL=A&FREE=0&GC=0&GK=0&GRP=0&PID=105396&PRID=0&PTYPE=105277&S=0&SHOWALL=0&SUB=0&Temporal=2013&THEME=95&VID=0&VNAMEE=&VNAMEF=
  42. National Household Survey (NHS) Profile, 2011
  43. Table 4 The 10 most common non-official mother tongues in the six largest census metropolitan areas, 2006 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  44. Новости, статьи, мнения, QUEBEC.RU — провинция Квебек, Quebec, Canada, Montreal, иммиграция в Квебек, иммиграция в Канаду
  45. FrancoFolies Montréal 2014 — Les FrancoFolies de Montréal: The Biggest French Music Festival in the World 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  46. University attendance: Montréal ranks first in relative terms and fifth in absolute terms in North America. Canada Economic Development for Quebec regions (1996). Дата обращения: 4 февраль 2008. Архивировано 26 май 2008 года. 2008 йыл 26 май архивланған.
  47. World's Best Colleges: Top 400 - US News and World Report. Usnews.com (18 июнь 2009). Дата обращения: 1 сентябрь 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  48. Turbide, Nadia Concordia University. Histor!ca. The Canadian Encyclopedia (2008). Дата обращения: 25 июнь 2008. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 9 июнь архивланған.
  49. English Montreal School Board. Emsb.qc.ca. Дата обращения: 1 сентябрь 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  50. Lester B. Pearson School Board. Lbpsb.qc.ca. Дата обращения: 1 сентябрь 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  51. Commission scolaire de Montréal. Csdm.qc.ca. Дата обращения: 1 сентябрь 2009. Архивировано 30 май 2012 года.
  52. http://www.csmb.qc.ca/ |title=Commission scolaire Marguerite-Bourgeoys

Ҡалып:Навигационная таблица Монреаль (область)

Ҡалып:Навигационная таблица Квебек